ӨфөләРәсәй һәм Беларусь төбәктәренең 10-сы форумы башлана. Баш ҡалаға 5 меңгә яҡын кеше килеүе көтөлә. Беҙҙең ил делегацияһын Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко, Белоруссияныҡын Республика Советы башлығы Наталья Кочанова етәкләй. Башҡортостан Хөкүмәте беренсе вице-премьеры – Иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министры Рөстәм Моратов бөгөн ошоларҙы белдерҙе.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Беларусь менән хеҙмәттәшлектең киңәйеүе тураһында белдерҙе.
Бер сәғәттән Өфөлә этномәҙәниәт фестивале башлана. Төштән һуң, халыҡ-ара мәктәп спорты ярышы уҙғарыла. Киске яҡта “Торатау” Конгресс-холы амфитеатрында “Евразия йөрәге” фестивале асыла. Төп ҡунаҡтар араһында танылған йырсы Лариса Долина һәм билдәле киноактер Дмитрий Харатьян бар.







