Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең 10-сы форумы башланды. Уның барышында килешеүҙәр төҙөлә, күргәҙмә, спорт һәм мәҙәниәт фестивалдәре ойошторола. Баш ҡаланың Зәки Вәлиди урамында халыҡ ҡаҙаныштары күргәҙмәһе эшләй. Башҡортостан Хөкүмәте беренсе вице-премьеры– Иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министры Рөстәм Моратов һөйләй.







