Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Ҡырым Дәүләт Советы делегацияһы менән осрашты. Унда парламент-ара бәйләнештәрҙе нығытыу буйынса килешелде. Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы барышында бөгөн дә осрашыуҙар дауам итә. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм Түбәнге Новгород өлкәһе Закондар сығарыу йыйылышы, шулай уҡ Тыва республикаһы Юғары Хуралы араһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу ҡарала.




