Башҡортостан хужалыҡтары ташламалы хаҡҡа комбайндар һатып ала

Башҡортостан хужалыҡтары ташламалы хаҡҡа комбайндар һатып ала

       Бөгөн Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең 10-сы форумында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документы Башҡортостан хөкүмәте вице-премьер – Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һәм “Гомсельмаш” холдингы генераль директоры Александр Новиков имзаланы. Килешеүгә ярашлы, беҙҙең республикаға түбән хаҡҡа 100 комбайн килтерелә. Минск трактор заводы менән дә хеҙмәттәшлек нығытылды. Тиҙҙән Башҡортостанда “Белорус” мини-тракторҙары йыйыла башлай. Ауыл хужалығы министрлығы бүлек етәксеһе Алмас Ғәлимов әйтеүенсә, беҙҙең республикала Беларустә етештерелгән техникаға ихтыяж ҙур.

Башҡортостан хужалыҡтары ташламалы хаҡҡа комбайндар һатып ала
Фото №1 - Башҡортостан хужалыҡтары ташламалы хаҡҡа комбайндар һатып ала

  

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ