Радий Хәбиров Белоруссияның «Коминтерн» фабрикаһы магазинынын асыуҙа ҡатнашты

Республика етәксеһе фирма кибетендә үҙенә эшлекле костюм һайланы. Төбәк башлығы әйтеүенсә, магазин асылыуы ике аралағы яҡшы хеҙмәттәшлек өлгөһө. Ярты йыл үтеүгә Белоруссия бренды Өфөгә килде.

Иң мөһиме костюм килешһен. Радий Хәбиров үҙенә яраған кейем эҙләп һайлау мөмкинлеге күп булыуын билдәләне. Кибеттә ирҙәр өсөн генә илленән ашыу костюм өлгөһө ҡуйылған. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар, балалар ҙа күңеленә оҡшаған кейем таба ала.

Илдә импортты алмаштырыу бара. Белорус әйберҙәре лә Рәсәйҙә һорау менән файҙалана. Беҙҙә ассортимент ҙур. 99 процент клиенттар һатып алыуҙан ҡәнәғәт ҡалыуына ышанабыҙ.

Татьяна Скорощинская, «Сomintern» магазины милексеһе

Рәсәй ҡулланыусыһы быға тиклем «Коминтерн» брендын ишетеп кенә белә ине. Беларус кейемдәрен Башҡортостанға килтереү тәҡдимен Радий Хәбиров Гомель өлкәһенә эш сәфәре барышында белдерҙе. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәне, ярты йыл үтеүгә Өфөлә сауҙа үҙәге асыла. Радий Хәбиров тәүге фирма кибетенең тап Башҡортостанда барлыҡҡа килеүе ныҡлы хеҙмәттәшлектең башы ғына, тине.

Тегеү предприятиеһы көнөнә генә мең комплектҡа яҡын костюм сығара. Радий Хәбиров Башҡортостан уҡыусылары өсөн мәктәп кейеме тегеү мөмкинлектәре менән ҡыҙыҡһынды. Беларустар иһә Башҡортостан тегенселәрен тәжрибә туплау өсөн үҙҙәренә саҡырҙы.

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ