Республиканың ауыл хужалығы министрлығы Минск тракторҙар заводы менән хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документ Рәсәй-Беларусь төбәктәренең 10-сы форумы сиктәрендә раҫланды. Килешеү нигеҙендә Башҡортостандың агросәнәғәт ойошмаларын техника һәм уға алмаш өлөштәр менән тәьмин итеү ҡарала.
2023 йыл аҙағына тиклем Беларус тракторҙарын йыйыу өсөн 30 берәмек машина комплекттарын оҙатыу планлаштырылған. Беларус мини тракторҙары 16 ат көсөнә эйә. Улар бигерәк тә крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында ҙур ихтыяж менән файҙалана. Тракторҙарҙы йыйыу цехын Дүртөйлөлә асыу күҙаллана. Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығында был техниканы һатып алыуға киткән сығымдарҙы субсидия иҫәбенә кире ҡайтарау мөмкинлеге лә өйрәнелә.
Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең 10-сы форумында 100-ҙән ашыу килешеүгә ҡул ҡуйыла. Бөгөн эшлекле программа башлана. Унда союздаш дәүләттең ике тиҫтәгә яҡын төбәгенән вәкилдәр ҡатнаша. Мәртәбәле сараға 5 меңдән ашыу кеше теркәлгән.






