Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Юрий Воробьев өлкәндәргә һәм балаларға паллиатив ярҙам күрһәтеү өсөн төҙөлгән республика хосписында булды.
Уны асыу Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең 10-сы форумын үткәреү көндәренә планлаштырылған. Радий Хәбиров менән Юрий Воробьев балалар блогын, аш-һыу комплексын, бассейн һәм башҡа бүлмәләрҙе ҡараны. Стационар 60 урынға иҫәпләнгән, уларҙың 20-һе балаларға тәғәйенләгән. Ата-әсәләр һәм туғандар өсөн айырым бүлмәләр ҡаралған. Хоспис төҙөлөшөн ысын мәғәнәһендә халыҡсан проект тип баһаларға мөмкин. Мохтаждарға ярҙам күрһәтеү йөҙөнән барлыҡ битараф булмаған кешеләр берләште, тип билдәләне Республика етәксеһе.



