Ул Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең унынсы форумы сиктәрендә асылды. Республика 2020 йылдан «Газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү» дәүләт программаһында ҡатнаша.
Бөгөн Башҡортостанда 51 автомобиль газ тултырыу компрессор станцияһы эшләй. Уларҙың 17-һен «Газпром газ-мотор яғыулығы» компанияһы төҙөгән. Газ заправкалары һаны буйынса республика илдә икенсе урында тора. Былтыр ғына ошондай 10 объект төҙөү башланғысы хуплау тапҡан. Өфө районда эшләй башлаған ҡоролма республиканың иң ҙур һәм ҡеүәтле газ тултырыу станцияһы булып тора. Бында шулай уҡ Өфө компрессорҙары ҡуйылған.
Бындай ҙур станцияның тап Өфөлә урынлашыуы осраҡлы түгел. Был республика автомобиль юлдары картаһындағы төп артерияларҙың береһе. Станцияла М-5 Урал федераль трассаһы буйлап йөрөүсе транзит йөк ташыусылар ғына түгел, рейс автобустары ла яғыулыҡ тултыра ала. Шулай уҡ ул М-7 Волга федераль трассаһының трафигын да үҙ эсенә ала.






