Башҡортостанда сәнәғәт парктары резиденттары былтыр яҡынса 11 миллиард һумға тауар етештергән

Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, компаниялар килеме яҡынса 1 миллиард һумға артҡан. Индустриаль һәм технопарктарҙа 1 мең 100 эш урыны булдырылған. Бындай биләмәләрҙә эшләгән ойошмаларға төрлө ташламалар бирелә, дәүләт яғынан ярҙам күрһәтелә. 2030 йылға тиклем республикала 50 индустриаль һәм технопарк барлыҡҡа килергә тейеш.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ