Медицина өлкәһендә Башҡортостан һәм Луганск халыҡ республикаһы, Белорусия араһында хеҙмәттәшлек нығый. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында Луганск ҡалаһынан торакаль хирург, профессор Александр Торба ҡалҡан биҙенә операция яһау буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Быға тиклем әмәлиәт эндоскопик юл менән башҡарылһа, был юлы тәүгә робот ассистент ярҙамында эшләнде. Уны БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова күҙәтте.
Трансораль эндоскопик операция ауыҙ ҡыуышлығы алдындағы уйымдар аша үтәлә. Лапраскопия әмәлиәте Рәсәйҙә беренсе тапҡыр 2022 йылда яһалған. Ҡалҡан биҙендәге яман шешкә әмәлиәтте лапороскопия ысулы менән яһағанда пациентта яра эҙҙәре ҡала. Эндовидеохирургия технологиялары үҫешеү күпләп бәләкәй яралы әмәлиәт башҡарыу мөмкинлеген бирә.
64 йәшлек пациент өс йылға яҡын төйөнлө зобтан интеккән. Быға тиклем әмәлитә эндоскопик ысул менән башҡарылған. Луганск медицина университеты профессоры торокаль хирург Александр Торба тарафынан Рәсәйҙә тәүге тапҡыр рбот ассистент ярҙамында ауыҙ ҡыуышлығы аша үтәлде.
Яман шеш уратып алған ҡалҡан биҙенә торакаль хирургтар пацент битендәге аҫҡы ирендәрҙән түбәнерәк урында 10 һәм 5 миллимертлыҡ өс порт аша инде. Порттар эйәк аҫты һиҙгерлеге өсөн яуап биргән нерв ептәрен иҫәпкә алып урынлаштырылды.
Ҡалҡан биҙен ҡан менән тәьмин итеүсе вена, артериялар йүнәлешендә түш һөйәге ҡабырсаһындағы барлау уйымы аша муйындың ҡыҫҡа мускулдары органға мөмкин тиклем яҡыныраҡ урында киҫелде. Был ысул ҡан юғатлыуҙы, ауыртыуҙы һәм пациенттың дауаханала ятыу мөҙҙәтен кәметергә булышлыҡ итә, ти белгестәр.
Рәсәй һәм Белорусия төбәктәренең 10 -сы форумында ҡатнашыусылар араһында Минск, Гродно, Витебск ҡалаларынан тыш, Рәсәйгә яңы ҡушылған төбәктәрҙән Луганск, Донецктан да табиптар десанты тәжрибә уртаҡлаша.
Луганск медицина унмверситеты ректоры, профессор, торакаль хирург Алекссандр Торба тарафынан робот-ассистент ярҙамында башҡарылған әмәлиәт ике сәғәттән ашыу дауам итте. Бәләкәй уйым аша роботлаштырылған әмәлиәт ныҡлы индерелеп, Башҡортостанда йәшәүсе пациенттарҙы ҡалҡан биҙендәге яман шештән ҡотҡарыу мәсьәләһен хәл итәсәк тип күҙаллана.
Гүзәл Борханова



