Башҡортостанда мәктәп янындағы көндөҙгө лагерҙарҙың икенсе сменаһы эш башланды

Иглин районында йәйге каникулда 7 йәштән 14 йәшкә тиклем ике меңгә яҡын бала көндөҙгө лагерҙарҙа ял итә. Быйыл районда ял комплекстары 14-кә тиклем арттырылған. Уҡыусыларҙың каникулын ойоштороу маҡсатында республика бюджетынан 13 миллион һум аҡса бүленгән, сумма йылдан-йыл арта. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Йәйге лагерҙа һәр көн билдәле темаға арналған. Был юлы малай-ҡыҙҙар ауыҙ-тел ижадын өйрәнә. Рус фольклоры жанрҙары үҙенсәлектәре, халыҡ ижады ынйылары - белем биреү уйынға ҡоролған. Иглин ауылы 1-се мәктәбендә ойошторолған лагерҙа һәр минут файҙалы үтә. Көн иртәнге зарядканан башлана. Туҡланыу ҙа тәмле һәм файҙалы.

Данис Тикеев исемендәге 4-се мәктәптә эшләгән лагерҙа ла һәр көн күңелле сараларға бай. Йырларға, бейергә, һүрәт төшөрөргә яратыусылар төрлө ижади түңәрәктәрҙә шөғөлләнә. Балаларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә айырым иғтибар бүленә. Малай-ҡыҙҙар Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары иҫтәлегенә мемориалдарға сәскә һала, «Хәтер шәме» акцияһына ҡушыла.

Балалар ялында спортҡа ҙур урын бүленгән. Малай-ҡыҙҙар саф һауала волейбол, футбол уйнай, аҙнаһына ике тапҡыр бассейнға йөрөй. Һаулыҡ мөмкинлектәрен ГТО тапшырыу үҙәгендә һынай. Алыҫлыҡҡа һикереү, ҡулдарға таянып кәүҙәне күтәреү, йүгереү буйынса күнекмәләр үтә.

Лагерҙарҙа балалар каникулы файҙалы һәм күңелле үтә. Ял урындарында аҙ тәьмин ителеүсе ғаиләләрҙән, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына льготалар ҡаралған. Әле 3-сө һәм 4-се сменаға эләгеү мөмкинлеге бар.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ