Сауҙа-сәнәғәт палаталары хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөмкинлектәрен ҡараны

       Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Сергей Катырин форумды Башҡортостанда уҙғарыуҙың мөһимлеген билдәләне. Үҙ-ара тауар әйләнешенең күрһәткестәре яҡшыра барыуын белдерҙе. Белорусия сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе Михаил Мятликов беҙҙең республика Сауҙа-сәнәғәт палатаһы етәкселегенә рәхмәт еткерҙе. Төбәк-ара хеҙмәттәшлек барышында эшлекле бәйләнештәр һәм тәҡдимдәр менән алмашыу мөмкинлеге биргән бик күп саралар уҙғарыла, тине ул. Ултырышта ҡатнашыусылар тауар һәм хеҙмәттәр баҙарын булдырыуға ҡамасаулаған ҡаршылыҡтарҙы тикшерҙе.  Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре араһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.

Фото №1 - Сауҙа-сәнәғәт палаталары хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөмкинлектәрен ҡараны
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ