Башҡортостандың Минск автомобиль заводы менән берлектә йыйылған электр транспорты Зәки Вәлиди урамында асылған халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә тәҡдим ителде. МАЗ-216 кузовы базаһындағы яңы модель менән бөгөн Федерация советы рәйесе Валентина Матвиенко, Беларусь Республика советы рәйесе Наталья Кочанова һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров танышты. Ҡунаҡтар шулай «Дуҫлыҡ урамы» милли мәҙәниәттәр фестиваленә лә тамаша ҡалды. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов әҙерләгән репортажда.
Экологик һәм уңайлы йәмәғәт транспорты Башҡортостан менән Белоруссия заводтарының берлектәге хеҙмәт емеше. Өфөлә йыйылған троллейбус электроника менән йыһазландырылған. Водитель алдында - борт компьютеры, уның артында - үҙендә эшләнгән диагностик панель. Һәр диод машиналағы билдәле бер электр сылбырын аңлата, был иһә етешһеҙлектең сәбәбен тиҙ асыҡларға мөмкинлек бирә. Завод етәксегеге билдәләүенсә, быйыл йыл аҙағына тиклем кәмендә 230 троллейбус сығыр тип көтөлә.
Былтыр Башҡортостан Рәсәй ҡалаларына белорус машина комплекттары базаһында 43 берәмек электр транспорты оҙатҡан. Ике республиканың Өфө заводы йөҙөндә хеҙмәттәшлеге етди перспективаларға эйә. МАЗ 2019 йылдан Башҡортостан предприятиеһының стратегик партнеры һанала.
Рәсәйҙең һәм Белоруссия төбәктәренән йыйылған ҡунаҡтар шулай уҡ башҡа техника өлгөләре менән танышты. Бында Беларус тәгәрмәсле тракторҙар, иген йыйыу һәм мал аҙығы йыйыу комбайндары һәм башҡа ауыл хужалығы техникалары тәҡдим ителгән.
Ҡунаҡтар «Дуҫлыҡ урамы» милли мәҙәниәттәр фестиваленә тамаша ҡылды. Улар балалар араһында үткән «Байыҡ» башҡорт бейеү телевизион конкурсының Гала-концертын ҡараны.
«Дуҫлыҡ урамында» Рәсәйҙә йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәренең ңихаталары менән танышырға мөмкин. Бында шулай уҡ Белоруссия төбәктәренең ихаталары лә йәйелдерелгән. Туғандаш халыҡтың традицион художестволы кәсептәре: һалам үреү, сигеү, билбау, ағас әйберҙәр, милли костюмдар күрһәтелгән.
Халыҡтар дуҫлығы йортоноң «Дуҫлыҡ келәме» проекты һәр ҡунаҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Ул Башҡортостан халыҡтары орнаменттары һәм биҙәктәре өлөштәренән эшләнгән. «Дуҫлыҡ келәме»нә Башҡортостан белорустары ла биҙәк һалған.
«Дуҫлыҡ урамы»нда белорус драниктарын һәм башҡорт балын тәмләп ҡарарға,славян моңдарын ишетергә һәм уҡтан атырға, сувенирҙар һатып алырға һәм дуҫтар табырға мөмкин. Форумдың мәҙәни программаһы бай эстәлекле һәм күп кенә ҡыҙыҡлы әйберҙәрҙе үҙ эсенә ала. Был форум ҡунаҡтарының кәйефендә лә асыҡ сағыла.
Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе форумдың өсөнсө көнөндә лә дауам итә.
Илдар Байбулатов



