Өфөлә Белоруссияла етештерелгән юғары ҡеүәтле агродрондың презентацияһы үтте

Ауыл хужалығы тармағында ҡулланыу өсөн ҡаралған заманса пилотһыҙ осоу ҡоролмаһы мөмкинлектәре менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров танышты. Осрашыуҙа республика баҫыуҙарын эшкәртеү өсөн агродрондарҙы сәнәғәт кимәлендә етештереп уртаҡ көс менән уңышты арттырыу маҡсаты ҡуйылды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Инновация комплексы бер сәғәт осош эсендә 6-9 гектар баҫыу майҙанын эшкәртә ала. Агродрон файҙалы матдәләргә тупраҡҡа юғалтыуҙарһыҙ һеңеп, үҫентеләргә зыян килтереүселәрҙе юҡҡа сығарырға булышлыҡ итә.Тиҙҙән республика баҫыуҙарына 4 агродрон осороласаҡ тип көтөлә.

Пилотһыҙ осоу ҡоролмалары етештереү, заманса аппараттарҙы өйрәнеү һәм һынау лабораторияларын ойоштороу 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән өҫтөнлөклө йүнәлештәр иҫәбендә. Башҡортостан менән Белорус республикаһы араһында пилотһыҙ осоу авиация тармағын үҫтереү саралары уртаҡ проекттар булараҡ алып барыласаҡ.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ