Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы «Гомсельмаш» компанияһы менән үҙ-ара килешеүгә ҡул ҡуйҙы

Белоруссия холдингы Башҡортостанға арзаныраҡ хаҡҡа кәмендә 100 комбайн һатырға иҫәп тота. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы «Гомсельмаш» компанияһы менән үҙ-ара килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Холдинг Беларусь республикаһының иң эре ауыл хужалығы техникаһы етештереүсеһе булараҡ танылған.

Килешеү шарттары буйынса 2024 йылға тиклем «Гомсельмаш» холдингы Башҡортостан игенселәрен кәмендә 100 комбайн менән тәьмин итеүҙе гарантиялай. Өфө районында махсуслаштырылған сервис үҙәк асыу, алмаш өлөштәргә өҫтәмә ташламалар биреү ҡаралған.

Аграр өлкәлә хеҙмәттәшлек итеү буйынса Башҡортостан һәм Ульяновск өлкәләренең ауыл хужалығы министрлыҡтары килеште. Документ үҫемлекселек, малсылыҡ, умартасылыҡ, биотехнологиялар һәм бәләкәй хужалыҡ формаларын үҫтереүҙе күҙаллай. Сауҙа өлкәһендә лә хеҙмәтәшлекте нығытыу ҡарала. Бының өсөн төрлө йәрминкәләр ойоштороласаҡ. Ауыл хужалығына инвестициялар йәлеп итеү өлкәһендә лә уртаҡ проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу планға индерелгән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ