Рәсәй һәм Беларусь мәҙәниәт, мәғариф һәм фән йүнәлештәрендә лә хеҙмәттәшлекте нығыта

Форум барышында ике дәүләт сенаторҙары Лилиә Ғүмәрова һәм Ирина Старавойтова ҡатнашлығында 32 килешеүгә ҡул ҡуйылды. Башҡортостан һәм Беларустән 8 мәҙәниәт ойошмаһы хеҙмәттәшлекте үҫтерергә ҡарар итте. Улар араһында Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы һәм Могилев өлкә филармонияһы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры менән Беларусь Ҙур театры, Башҡортостан Милли музейы һәм Беларусь Милли тарих музейы бар. Яҡтар тәжрибә уртаҡлашырға һәм алмаш гастролдәр менән йөрөргә килеште.

Фото №1 - Рәсәй һәм Беларусь мәҙәниәт, мәғариф һәм фән йүнәлештәрендә лә хеҙмәттәшлекте нығыта
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ