Валентинка Матвиенко һәм Наталья Кочанова ике дәүләттең төбәк башлыҡтары менән осрашты

Валентинка Матвиенко һәм Наталья Кочанова ике дәүләттең төбәк башлыҡтары менән осрашты

Рәсәй Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко һәм Беларусь Милли Йыйылыш Республика Советы рәйесе Наталья Кочанова ике дәүләт төбәктәре башлыҡтары менән осрашты. Сарала Башҡортостан Башлығы ҡатнашты. Башта Валентина Матвиенко Радий Хәбировҡа форумды юғары кимәлдә ойошторғаны өсөн рәхмәт белдерҙе. Рәсәй һәм Беларусь араһында тауар әйләнеше арта бара. Быйыл 5 айҙа был күрһәткес 17 миллиард долларға еткән. Союздаш дәүләт төбәктәре араһында хеҙмәттәшлек үҫешә. Беларусь Милли Йыйылыш Республика Советы рәйесе Наталья Кочанова ла Радий Хәбировҡа рәхмәт әйтте. Әлеге мәлгә форумда 110 миллиард һумға 86 килешеү төҙөлгән.

Фото №1 - Валентинка Матвиенко һәм Наталья Кочанова ике дәүләттең төбәк башлыҡтары менән осрашты
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ