“Беларусь беҙҙең өсөн мөһим партнерҙарҙың береһе”. Татарстан дәүләт советы рәйесе Фәрит Мөхәмәтшин шулай тип белдерҙе. “Беҙҙең республика Беларусь менән тығыҙ бәйләнештә тора. “Тауар әйләнеше арта. Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек киңәйә. Сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм социаль өлкәлә лә бәйләнештәр нығый”, - тине ул.
“Стратегик партнерҙарыбыҙ Беларусь республикаһы вәкилдәре менән гүзәл Башҡортостанда осраштыҡ. Унынсы юбилей форумы юғары кимәлдә ойошторолған. Һеҙҙең республикала байтаҡ килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Беҙҙе ҙур эштәр көтә”, - ти Тыва республикаһы башлығы Владислав Ховалыг.
“Ошондай йыйындар илдәрҙе, уларҙың төбәктәрен иҡтисади һәм рухи яҡтан да нығыта” тигән фекерҙә Дағстандың милли сәйәсәт һәм дин эштәре буйынса министры Энрик Мөслимов.







