Өфөлә «Евразия йөрәгендә Славян баҙары» фестивале үтте

Валентина Матвиенко, Наталья Кочанова һәм Радий Хәбиров Өфөлә «Евразия йөрәгендә Славян баҙары» тигән халыҡ-ара сәнғәт фестивалендә ҡатнашты. Сара Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы барышында үткәрелә.

Тамаша алдынан милли кейемдәрҙә түңәрәктә дуҫлыҡ әйлән-бәйләне ойошторолдо. Унда 3 меңгә яҡын кеше ҡатнашты. Бындай хәрәкәт донъя рекорды булараҡ теркәлде. Ҙур сәхәнәлә Рәсәй һәм Беларустән ижади коллективтар һәм башҡарыусылар сығыш яһаны. Рәсәй Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко һәм Беларусь республикаһының Милли Йыйылышы Советы рәйесе Наталья Кочанова фестивалдән тәьҫораттары менән уртаҡлаша.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ