“Былтыр Рәсәй һәм Беларусь республикаһы араһында тауар әйләнеше 12 процентҡа артҡан һәм 3 триллион һумдан ашҡан”. Өфөлә уҙған Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумының пленар ултырышында ил Призеденты Владимир Путин шулай тип белдерҙе. Ул эшлекле йыйында ҡатнашыусыларҙы видеобәйләнеш аша сәләмләне. “Беҙҙең дәүләттәр иҡтисал, фән, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлекте киңәйтә”, - тине Рәсәй етәксеһе.
“Форумға союздаш дәүләт сиктәренән сығырған кәрәк. Беҙҙең менән дуҫ булырға һәм эшләргә теләгән илдәр менән бәйләнештәрҙе әүҙемләштереү мөһим. Конгресс майҙансығы төбәк-ара идея, проект һәм башланғыстар үҙәгенә әйләнергә тейеш”, - тип белдерҙе Беларусь Президенты Александр Лукашенко. Ул да Өфө менән видеоэлемтә аша бәйләнешкә сыҡты.
Владимир Путин белдереүенсә, төбәк-ара форум ун йыл дауамында Рәсәй һәм Беларусия араһында дуҫлыҡ һәм татыулыҡты нығытыуға ҙур өлөш индерә. Ул ике ил төбәктәренең хеҙмәттәшлеген “союз мөнәсәбәттеренең йөрәге” тип атаны.




