Бөгөн Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумының пленар ултырышы булды. Унда ун йыллыҡ эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһалды. Конгреста быйыл беренсе тапҡыр Донецк халыҡ республикаһы делегацияһы ҡатнашты. “Төбәк-ара форум ысын дуҫтарҙы һәм фекерҙәштәрҙе берләштергән майҙан. Ул союз ҡаҙанышы. Киләсәктә ике дәүләт араһында хеҙмәттәшлекте тағы ла киңәйтеү ҡарала. Бөгөн беҙ фән, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәләренә лә ҙур иғтибар бирәбеҙ, ике яҡлы проекттар булдырабыҙ”, - тине Рәсәй Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко.
“Коллектив көнбайыш беҙҙең дәүләттәрҙең суверенитын юҡҡа сығарырға тырыша. Бындай шарттарҙа беҙҙең союз нығый, ә халыҡтарыбыҙ берләшә генә бара”. Беларусь Милли Йыйылышы Республика Советы рәйесе Наталья Кочанова телмәрендә шулай тип белдерҙе.
Бөгөн ил төбәктәре һәм Беларусь республикаһы менән 80-дән ашыу килешеү ғәмәлдә. Сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлек алып барыла. Беларусь Президенты Александр Лукашенко әйтеүенсә, халыҡ-ара бәйләнештәрҙең нигеҙе – иҡтисад менән бәйле. Ун йыл эсендә төҙөлгән коммерция килешеүҙәренең суммаһы 5 миллиард долларҙан ашып китә. Белраусь етәксеһе фекеренсә, бигерәк тә юғары технологиялар тармағында импортты алмаштырыу йүнәлешенә иғтибарҙы арттырыу мөһим. Төбәк-ара сауҙа һәм транспорт-логистика коридорҙарын киңәйтеү кәрәк.




