Йөҙләгән кешене берләштергән майҙанда балалар өсөн уйындар, сағыу концерт номерҙары ойошторолдо, изге теләктәр яңғыраны. Байрамда ҡатнашыусылар өсөн бушлай бүләктәр, туңдырма таратылды, ә сараның төп өлөшөндә ҡунаҡтар байрам былауы менән һыйланды. Фестивалдә яу яланында булған яугир мосолман ҡәрҙәштәребеҙ өсөн балалар ҡотлау открыткалары яҙҙы. Сәләмдәр махсус операция биләмәһенә ебәреләсәк.






