Бөгөн Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко, Беларусь республикаһының Милли йыйылышы советы рәйесе Наталья Кочанова ике дәүләттең төбәк етәкселәре менән осрашты. Уның барышында илдәр араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү юлдары ҡаралды.
Түңәрәк өҫтәлдә алдынғы предприятие һәм ойошмалар, эшҡыуарлыҡ һәм ғилми берләшмә вәкилдәре ҡатнашты. Төбәк етәкселәре менән осрашыу аҙағында килешеүҙәргә лә ҡул ҡуйылды. Әлеге сәғәткә 110 миллиард һумға 90-ға якын килешеү һәм контракт төҙөлгән. Улар Рәсәй төбәктәре менән Беларусь республикаһы араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм социаль-мәҙәни хеҙмәттәшлеккә бәйле.






