Баш ҡалала донъя рекорды ҡуйылды

«Ватан» амфитеатрында милли кейемдәрҙә түңәрәк эсендә түңәрәк буйынса күләмле хоровод теркәлде. Гинесстың рекордтар китабына инәсәк сара 10-сы Рәсәй-Беларусь форумы сиктәрендә, «Евразия йөрәге» халыҡ-ара фестивалендә үтте. Рекордлы әйлән-бәйләндә ҡатнашыусылар һаны 3 меңгә яҡын, улар араһында Беларусь, Рәсәй төбәктәре ҡунаҡтары ла бар. Милләт-ара берҙәмлек байрамынан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Өҫтән, ҡоштар бейеклегенән ҡарағанда «Ватан» амфитеатры төрлө төҫтәге буяуҙарға мансылған һымаҡ. Ә ысынбарлыҡта майҙан төҫтәр палитраһы ғына түгел, түңәрәк милләт-ара берҙәмлек сағылышы. Бында йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр, тарих менән бөгөнгөлөк берләшә. Тойғолар моң, шиғри юлдар булып урғыла.

Кешеләр бер-береһен тәүгә күрә, әммә уларҙың һәр береһенең күңелендә Ватанға һөйөү тойғоһо йәшәй.

Һуңғы көндәрҙәге ямғырҙар туҡтап, көн йылынып тора. Әммә күңел һауа торошонан түгел, тәү сиратта майҙандағы берҙәмлектән йылына, ә төҫтәр сағыулығынан күҙ ҡамаша. Хороводта Башҡортостан йәшәгән төрлө милләт халҡынан тыш, Рәсәй һәм Белорусия төбәктәре делегациялары ла ҡатнаша. Бөгөн уларҙың йөрәге бер булып тибә,

Хороводта әйләнгән милләттәр, уларҙың кейемдәре хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә мөмкин. Һәр береһе үҙенсәлекле, бай тарихлы, быуаттар дауамында алтын бөртөгө һымаҡ тупланған ҡиммәтле хазиналар. Ә эксперттар Өфөлә рекорд ҡуйылыуы тураһында иғлан итә. Хоровод 2 мең 834 кешене берләштергән.

Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, беҙ Белоруссия менән туғандаш халыҡ, ике төбәкте уртаҡ тарихи ҡиммәттәр бәйләй.

Федерация советы рәйесе Валентина Матвиенко, Беларусь Республикаһы милли йыйылышы советы рәйесе Наталья Кочанова был сараның беҙәмлеклек сағылышы булыуын белдерҙе. Ә берҙәмлек ул төп көс.

Сәхнәне төрлө милләт халыҡтарының йырҙары, бейеүҙәре биҙәй. Уларҙы «Евразия йөрәге» фестивале берләштерә. Легендар «Песняры» төркөмө булһынмы, танылған эстрада йондоҙо Таисия Повалиймы, йәки этно-рок музыкант Зәйнетдинмы һәр береһенең сығышы күңелдә ғорурлыҡ тойғоһо уята. Сөнки бөтәһенең дә йөрәге бер булып тибә.

Р.Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ