Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең 20-се форумын Өфөлә үткәрергә тәҡдим итте. Республика етәксеһе эшлекле йыйындың пленар ултырышында сығыш яһаны. Ул Беларусь менән бәйләнештәрҙең мөһимлеге тураһында белдерҙе.
Рәсәй Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко Радий Хәбиров һәм уның командаһына рәхмәт белдерҙе. “Форум юғары кимәлдә ойошторолдо. Сараны уҙғарыуҙа ҡатнашҡан һәр кешегә рәхмәт!” - тине ул.
Төбәк-ара форум Өфөлә өс көн дауам итте. Уның эшендә ил һәм Беларусь төбәктәренән 4 мең 800-ҙән ашыу ҡунаҡ ҡатнашты. Эшлекле программа барышында Рәсәй һәм Беларусь араһында 100-ҙән ашыу килешеү төҙөлдө.




