“Башҡортостан беҙҙең өсөн туғандаш республика. Беҙ оҙаҡ йылдар хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Бәйләнештәрҙең бер ҡасан да өҙөлгәне булманы”. Беларусь Президенты Александр Лукашенко шулай белдерҙе. Ул Өфөлә үткән Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумының пленар өлөшөндә сығыш яһаны. Беларусь лидеры Өфө менән видеоэлемтә аша бәйләнешкә сыҡты.
Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы секцияларында хеҙмәттәшлек тураһында 60-тан ашыу килешеү төҙөлгән. Улар сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник өлкәләргә ҡағыла. Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова ошо турала белдерҙе.
Шулай уҡ интеллектуаль милек системаһын ҡулланыу буйынса меморандумға ҡул ҡуйылған. Союздаш дәүләттә хоҡуҡи системаны үҫтереү юлдары билдәләнгән.
Сәйәсмәндәр, йәмәғәтселек вәкилдәре Башҡортостанда уҙған унынсы төбәк-ара форумға баһа бирә. “Ошондай йыйындар илдәрҙе, уларҙың төбәктәрен иҡтисади һәм рухи яҡтан да нығыта” тигән фекерҙә Дағстандың милли сәйәсәт һәм дин эштәре буйынса министры Энрик Мөслимов.




