Рәсәй һәм Беларусь Союз дәүләте аграр сәйәсәте темаһы буйынса әңгәмә ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт аграр университетында уҙҙы. Делегация уҡыу йорто лабораториялары менән танышҡандан һуң, тематик секцияла ҡатнашты. Спикерҙар сығышы фәнни-техник, үҫемлекселек, малсылыҡ йүнәлештәрендә төбәк-ара хеҙмәттәшлеккә ҡағылды
Һуңғы йылдарҙа техника тәьминәтенә юғары иғтибар бүленә. Әйтәйек, форум сиктәрендә Белоруссияның «Гомсельмаш» холдингының Башҡортостанға арзаныраҡ хаҡҡа кәмендә 100 комбайн һатырға иҫәп тотоуы тураһында белдерелде. Бынан тыш, төбәк-ара инвестпроект сиктәрендә быйыл төҙөлгән «Амкодор-Ағиҙел» заводы йылына 40 элеватор сығарасаҡ. Хеҙмәттәшлек бының менән генә сикләнмәйәсәк.






