Өфөлә «Башҡортостан дуҫтар күҙлегенән» халыҡ-ара арт-пленэрға йомғаҡ яһалды

Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең 10-сы форумы уңайынан бер юлы ике күргәҙмә эшләй.

Тантаналы ваҡиғала Рәсәй мәҙәниәт министры Ольга Любимова менән Белорусияның мәҙәниәт министры Анатолий Маркевич ҡатнашты. Күргәҙмәләрҙең тәүгеһе 20-се быуаттың икенсе яртыһын күҙ алдына баҫтыра. Рәсәй һәм Белорусия рәссамдарының һынлы сәнғәт һөйөүселәргә живопись, графика, халыҡ һәм профессиональ ҡулланма биҙәү сәнғәте әҫәрҙәре тәҡдим ителә. Рәсәйҙең Мәҙәниәт министры экспозицияларҙы ике ил араһында мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу күҙлегенән юғары баһаланы.

Музейҙа бөгөн асылған тағы ла бер экспозицияла Башҡортостан һәм Беларусь рәссамдарының республика төбәктәрендә халыҡ-ара арт-пленэры ваҡытында ижад ителгән картиналары ҡуйылған. Башҡортостандың күркәм тәбиғәте, тормош-көнкүреше һәм милли асылы белорус рәссамдарын битараф ҡалдырмаған. Ике төбәк ҡылҡәләм оҫталары бер-береһе менән яҡындан аралашып, ижад серҙәре менән уртаҡлашҡан.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ