Өфөнөң ике өлөшөндә Төньяҡ автовокзал янындағы майҙанда һәм Зинин ауылының «Ҡарауан» сауҙа үҙәгендә мосолмандар өсөн Ҡорбан салыу нөктәләре ойошторолған. Һуңғыһында БЮТ ижади төркөмө лә булды. Ҡорбан салыу тәртибе һәм йоланың талаптары хаҡында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Сауҙа комплексы йәнәшәһендәге майҙанға иртә менән ҡорбан өсөн тәғәйенләгән мал килтерелгән, ҡорбан салырға ниәт итеүсе диндарҙар ҙа йыйылған. Хаж ғәмәленән һуң Ҡорбан килтереү йолаһы үтәлә. Ғәмәлде башҡарыуҙың төп асылы - бөйөк көскә яҡынайыу һәм изгелек ҡылыу, тигән фекерҙә дин әһелдәре.
«Ҡарауан» сауҙа комплексы биләмәһендә ҡорбан малын салыу өсөн 11 нөктә булдырылған. Ҡорбан салыу быуаттар дауамында үтәлеп килгән мосолман тәртибе һәм ҡанундары буйынса башҡарыла. Иң мөһиме, һарыҡтарға ныҡлы ветеринар тикшереү үткәрелә.
Ветеринарҙар һарыҡтың сәләмәтлеген, карантин саралары үтеүен смартфондағы куар-код аша тикшереү мөмкинлегенә эйә. Түләмә, брузеллез кеүек ауыр сирҙәрҙе таратмау маҡсатында ныҡлы сикләүҙәр ҡаралған. Мал табиптары үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай. Белгестәр билдәләүенсә, ҡорбан килтерәһе һарыҡ ите сифатлы һәм эпидемиологик талаптарға яуап бирә
Был майҙанда ғына мең ярымға яҡын ҡорбан салынасаҡ тип көтөлә. Ҡорбанға һарыҡ һимертеүселәр араһында Ейәнсура районы малсылары ла бар. Улар баш ҡала һәм Өфө районы халҡына 150 баш Волгоград тоҡомло һарыҡтар алып килгән.
Ҡорбан салыу майҙанында эшләүселәр өсөн дә уңайлы шарттар тыуҙырылған. Ашығыс медицина ярҙамы дежурлыҡ итә, намаҙ уҡыу өсөн махсус тирмәләр ҡоролған, йылы аш бешерелә, йыуыныу өсөн һыу килтерелгән.
Баш ҡаланың 23 мәсетендә байрам саралары ойошторола. Ҡорбан байрамы Рамаҙан айынан һуң 70 көн үткәс уҙғарыла. Хәленән килгән һәр мосолман ҡорбан килтерә ала. Башҡортостан мосолмандары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир- егеттәребеҙ иҫәнлегенә ҡорбан саласаҡ.
Гүзәл Борханова






