Бөгөн X Рәсәй-Беларусь төбәктәре форумы сиктәрендә Беларусь республикаһының мәҙәниәт министры Генерал Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды. Ведомство етәксеһе белдереүенсә, 112-се Башҡорт атлы дивизияһы һәм уның командиры батырлығы - ул Рәсәйҙең генә түгел, Беларусь халҡының да ғорурлығы . Башҡортостан һәм Беларусь республикаларын бер тарих ҡына түгел, мәҙәни проекттар ҙа берләштерә. Ике төбәк араһындағы мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу бөгөнгө эшлекле саралар маҡсаты булып тора. Мемориалға сәскә һалғандан һуң, делегация Республика Милли музейында булды.






