Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылы 270 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Тарихи дата айҡанлы төбәктә иман йорто үҙ ишектәрен асты һәм асыҡ һауа аҫтында билдәле сәхнә йондоҙҙары ҡатнашлығындағы концерт уҙҙы. Ерле халыҡ әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа ауыл тормошоноң йәнләнеүенә «Атайсал» проекты ярҙам иткән. Ырғыҙлының оло юбилейы һәм төбәктәге ыңғай үҙгәрештәр хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Ырғыҙлы ауылын хәҙер аҙан тауыштары ла йәмләй. 270 йыллыҡ юбилейын билдәләгән тарихи ауылда иман йорто ишектәрен асты. Мәсет ерле халыҡтың, яҡташтарҙың ярҙамы менән ҡалҡып сыҡҡан. Уны төҙөүгә һәр кем үҙ өлөшөн индергән, берәүҙәр матди ярҙам, икенселәре ҡул көсө менән.

Ырғыҙлы-Бөрйән районының иң төпкөл ауылдарының береһе. Уға баҡыр иретеү заводын төҙөүселәр нигеҙ һалған. Сәнәғәт предприятиеһы эштән туҡтаған, әммә халыҡ был күркәм төбәкте ташлап китмәгән. Ауылда әле лә төрлө милләт халҡы йәшәй, Ырғыҙлыла ошоға тиклем сиркәү эшләп килһә, хәҙер мәсет тә бар.

Ырғыҙлы халҡы ауылдың оло юбилейына етди әҙерләнгән. Һәр бер йорт, ихата тәртипкә килтерелгән, төҙөкләндерелгән. Был тәңгәлә дә бигерәктә төбәк эшҡыуарҙары ҙур ярҙам күрһәткән.

Һуңғы йылдарҙа Ырғыҙлыла тормош йәнләнеүенә «Атайсал» проекты сәбәпсе. Уны тормошҡа ашырыуҙа ошо ауылда тыуып үҫкән Башҡортостан мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ярҙам итә. Әминә Ивний ҡыҙы проект сиктәрендә ике хореография коллективына сәхнә костюмдары, «Умырзая» ансамбленә мандолина һәм теген машиналары, Ырғыҙлы клубына музыка аппаратураһы һәм өҫтәл уйындары бүләк иткән. Был юлы ла ул Бөрйәндең ике бейеү коллективына сәхнә костюмдары тапшырып һөйөндөрҙө. Билдәле сәхнә йондоҙҙарының Ырғыҙлыла асыҡ һауа аҫтындағы концерты ла Әминә Шафиҡованың бүләге.

Рәсүл Ҡарабулатов, Радик Юлъяҡшин, Заһир Иҫәнсурин, Рәнис Алтынбаев һәм башҡа сәхнә йондоҙҙары сығышын халыҡ көслө алҡыштар менән оҙатты. Концертҡа тамашасылар Бөрйәндән генә түгел, башҡа райондарҙан да йыйылды. Тарихи Ырғыҙлы ауылы үҙенең оло юбилейын иҫтәлекле ваҡиғалар, ауылды төҙөкләндереү, туризмды үҫтереү буйынса оло маҡсаттар менән ҡаршы алды. Ә уларҙы тормошҡа ашыуына шик юҡ, сөнки төбәк халыҡ берҙәм, илһөйәр. Яҡташтары ла тыуған төйәген онотмай.

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ