Берҙәм тауыш биреү көнөндә 69 территориаль һәм 3 мең 273 участка һайлау комиссиялары эшләйәсәк

Уларҙың барыһы ла сәйәси кампанияға әҙер, яңы ағзалар тупланған. Бөгөн иһә Үҙәк һайлау комиссияһы бухгалтер һәм иҫәп-хисапсыларҙы финанс мәсьәләләре буйынса кәңәшмәгә йыйҙы.

10 сентябрҙә Башҡортостан халҡы Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтайға етенсе саҡырылыш һәм урындағы үҙидаралыҡтарҙың вәкәләтле органдары депутаттарын һайлай. Йәмғеһе 778 һайлау кампанияһы ойоштороласаҡ. Сираттағы ултырышта территориаль һайлау комиссияһы ағзалары тауыш биреү көнөн мөмкин тиклем асыҡ, законға ярашлы уҙғарыу, сәйәси партиялар менән конструктив бәйләнеш булдырыу тураһында фекер алышты.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ