Иглин районы мосолмандары Ҡорбан байрамы уңайынан дөйөм намаҙға йыйылып, вәғәз тыңланы

Байрам сараларын муниципалитеттың 22 мәсете үткәрҙе. Оло-Тәләк ауылының иман йортона урындағы халыҡ ҡына түгел, күрше районда йәшәүселәр ҙә йыйылды. Изге байрам көнөндә доғалар ҡылынды, хәйер таратылды. Ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары мул табын әҙерләне.

Һарт-Лабау ауылында йәшәүсе Данис Ғәлимов махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы улына һәм ауыл халҡы именлегенә бағышлап ҡорбан салды. Байрам ашы урындағы «Шәйхулла» мәсете алдында үтте.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ