Шишмә районы Борискин ауылы 230 йыллығын билдәләне

Өршәк-Мең улыҫы башҡорттары тарафынан нигеҙ һалынған ауылдың төп байрам сараһы буласаҡ мәсет биләмәһендә үтте. Иман йортонда төҙөлөш эштәре документтар теүәлләнгәс тә башланасаҡ. Шуға ла шишмәләр күркәм датаны Ҡорбан ғәйетенә тап килтереп, ауылдан сыҡҡан яҡташтарын бергә йыйҙы.

Төрлө милләт вәкилдәре йәшәгән Борискин ауылында республика һәм федераль программалар ҙа уңышлы тормошҡа ашырыла. Уның ярҙамында ауыл зыяратын, юлдарын, шишмәнең эргә-тирәһен тәртипкә килтерә. Яҡын көндәрҙә электр бағаналарына фонарь ҡуйыу, мәсет төҙөүҙе йәнләндереү маҡсаты менән яна.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ