Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең 10-сы форумы барышында Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы вәкилдәре бишенсе майҙансыҡ эшмәкәрлеге менән танышты. Бында “Амкодор-Ағиҙел” заводы урынлашҡан. Завод тиҙҙән ауыл хужалығы техникаһы етештерә башлай. Алға” махсус иҡтисади зонаһы Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарында урынлашҡан. Хәҙер биләмә майҙаны 763 гектарға киңәйҙе.







