Бөгөн - «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының тыуған көнө. Ошо уңайҙан Радий Хәбиров яугирҙарға подразделениеның хәрби байрағын тапшырҙы. Төбәк башлығы билдәләүенсә, дөйөм алғанда полк ойошторолған.
Шәхси состав көнөнә 10 сәғәт яланда ысын хәрби хәрәкәттәргә әҙерләнә. Күнекмәләрһеҙ еңеп бумаясағын яҡташтарыбыҙ яҡшы аңлай. Хәрби әҙерлек урынында бөгөн яугирҙарҙың көнкүрешен яйға һалыу өсөн күп эштәр башҡарылған.
«Мин хәрби частың етәкселеге, беҙҙең командир менән ҡәнәғәтмен. Ул көслө, тәжрибәле егет, уның тамырҙары башҡорт» тип яҙған Радий Хәбиров. Республика башлығы шулай уҡ эш сәфәре барышында уҡыу һәм атыу полигонында булып, Таһир Күсимов исемендәге батальон ир-егеттәренең хәлен белеште.
Инженер-тактик, медицина әҙерлеге, пилотһыҙ осоу аппараты менән эш итеүҙе махсус хәрби операцияла булып ҡайтҡан тәжрибәле инструкторҙар алып бара. Республика башлығы яҡташтарыбыҙҙың йәшәү шарттары менән дә ҡыҙыҡһынды, борсоған һорауҙарына яуап бирҙе. Әйткәндәй, хәрбиҙәр үтенесе буйынса яңыраҡ теш табиптары эш башлаған. Полк составына ингән Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһында шулай уҡ башҡа тармаҡ белгестәре лә бар.



