Ҡырмыҫҡалы районында бал ҡорттары күпләп һәләк була

Республикала бал ҡорттары ҡырылыуы буйынса хәл киҫкенләшә. Нәҙекәйбилдәрҙең күпләп һәләк булыуы Ҡырмыҫҡалы һәм Ғафури райондарында ла теркәлгән. Хужалар бал ҡорттарына төшкән үләтте ауыл хужалығы баҫыуҙарын химик эшкәртеү эҙемтәһе, тип иҫәпләй. Уның сәбәптәрен БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина асыҡланы.

Ошо көндәрҙә умартасы Фәнүс Шайморатов быйылғы тәүге татлы уңышты айыртып алырға тейеш булған. Тик көтөп алған керәҙ урынына - буш рамдар. Бал та юҡ, уны ташыусы нәҙекәйбилдәр ҙә... Йыйылып өлгөргәне лә ашарға яраҡһыҙ, ағыулы.

Фәнүс Шайморатов был кәсеп менән 30 йылдан ашыу шөғөлләнә. Уҙаман өсөн был берҙән-бер килем сығанағы. Быйылғы юғалтыуҙарҙы иҫәпләгәндә, ул ярты миллион һумлыҡ килемдән мәхрүм ҡалған. Йылдар буйы бөртөкләп йыйған, күҙ төбәп торған 27 умартаһы быйыл тынып ҡалған. Хәҙер Фәнүс Шайморатов баҡсаһында умарталар түгел, ә бал ҡорто зыяраты.

Ҡырмыҫҡалы районында кәмендә 3 ауыл биләмәһендә бал ҡорттарының күпләп һәләк булыуы теркәлгән. Уларҙың барыһы ла «Урожай» ауыл хужалығы ойошмаһы баҫыуҙарына яҡын урынлашҡан. Урындағы умартасылар фекеренсә, бал ҡорттары рапс баҫыуҙарын ағыулау сәбәпле ҡырылған. Тәртипкә ярашлы, предприятие умартасыларҙы химик эшкәртеү тураһында иҫкәртергә тейеш, әммә хужалар хәбәрҙар булмай сыға.

Килеп тыуған хәл буйынса районда махсус комисия ойошторолған. Белгестәр сирле бал ҡорттары өлгөләрен алған. Ә «Урожай» ойошмаһы вәкилдәре беҙҙең менән осрашыуҙан баш тартты. Предприятие етәксеһе менән дә телефон аша әңгәмәбеҙ ҡыҫҡа булды.

Хужалыҡ биопрепараттарға күсергәме-юҡмы тигән һорауға яуап эҙләгәнсе, умартасылар көн һайын күсләп юғалтыуҙар кисерә. Ә бит улар өсөн был килем сығанағы ғына түгел, ә яратҡан шөғөл дә.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ