Өфөлә Валерий Фальков «Киләсәк моторҙары» инженерҙар мәктәбенең эш һөҙөмтәләре менән танышты

Авиация двигателе өсөн стартер-генератор, электрикала эшләүсе машина һәм самолеттар. Рәсәйҙең фән һәм юғары белем биреү министры Валерий Фальков «Киләсәк моторҙары» инженерҙар мәктәбенең эш һөҙөмтәләре менән танышты.

Өфө фән һәм технологиялар университетында асылған мәктәп федераль проект сиктәрендә былтыр ойошторолғайны. Бөгөн уҡыу йортонда системалы инженерия, пилотһыҙ осоу аппараттары өсөн программалар, электроника кеүек бер нисә йүнәлеш буйынса 60 студент белем ала. Планда - йыл һайын 200 белгес сығарыу.

Теоретик белем алған студенттар эре сәнәғәт предприятиеларында эшләй, исемлектә Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы, «КАМАЗ» һәм башҡа ойошмалар бар. Рәсәйҙең фән һәм юғары белем биреү министры Валерий ФалькОв эшлекле сәфәре барышында инженерҙар мәктәбенең техник тәьминәте һәм лабораториялар кимәлен юғары баһаланы. Федераль министр һүҙҙәре буйынса, был ил фәне алға этәреүсе мөһим объект.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ