Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумы сиктәрендә балаларҙың ялын ойоштороу буйынса семнар үтте

Унда Рәсәй төбәктәренең мәғариф министрлыҡтары вәкилдәре тиҙ төҙөлә торған конструкциялар - модулле лагерҙар тәжрибәһе менән яҡындан танышты. Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркынан БЮТ ижади төркөмө әҙерләгән яҙма.

Рәсәй төбәктәре делегациялары модулле лагерь шарттары менән таныша. Хәрби паркта быйыл Рәсәй мәғариф министрлығының федераль программаһы буйынса төҙөлгән ике модуль корпус асылған. Ул ике ай эсендә күтәрелгән.

Балалар лагерҙарында капиталь булмаған объекттар йәки тиҙ төҙөлә торған конструкциялар булдырыу ил ҡаҙнаһынан субсидиялана. Башҡортостан быйыл федераль проектта еңеүсе 15 субъект иҫәбендә. Илдең башҡа төбәктәре лә Башҡортостан тәжрибәһен үҙләштерергә ниәтләй

Максим Ким, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры, Бүрәт Республикаһы

Беҙ ҙә тиҙҙән ошо федераль программа менән файҙаланырға ниәтләйбеҙ сөнки балалар һауыҡтырыу лагерҙары иҫкергән , күптән яңы обьекттар төҙөлгәне юҡ. Яңы корпустар оҡшаны. Әлбиттә, модулле лагерҙы төҙөү процессына ҡағылышлы һорауҙар бар.

Максим Ким, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры, Бүрәт Республикаһы

Программаның нескәлектәре балаларҙың ял һәм һауыҡтырыу ойошмаларын тергеҙеү программаһында ҡатнашыу мәсьәләләре буйынса методик семинарҙа ҡаралды. Конкурс буйынса һайлап алыуҙа ҡатнашыу өсөн талаптарҙы тикшереү менән бер рәттән тормошҡа ашырылған проекттарҙың презентацияһы үтте.

Ил буйынса 49 ошондай модуль сафҡа инде, улар 12 мең балаға йәйге ялды файҙалы һәм күңелле үткәрергә мөмкинлек бирҙе. Бөгөн әлеге федераль программала ҡатнашыу шарттары тураһында һорауҙар күп булды, беҙгә тиҙ һәм сифатлы ял урындарын булдырыу шарт.

Наталья Кочеткова, Тәрбиә, өҫтәмә белем биреү һәм балалар ялы буйынса дәүләт сәйәсәте департаменты директоры урынбаҫары

Семинарҙа ҡатнашыусыларҙы модулле лагерҙың тәү сиратта конструкция хәүефһеҙлеге, санитар талаптар үтәлеше ҡыҙыҡһындырҙы. Барлыҡ һорауҙарға тейешле органдар яуап бирҙе

Республикала 4 лагерҙа капиталь булмаған 6 төҙөлөш объекты сафҡа инде. Идаралыҡ уларҙы төҙөүгә әҙерлек барышында уҡ санитар ҡағиҙәләр үтәлешен тикшерҙе, беҙҙең теләктәр һәм төҙәтмәләр иғтибарға алынды.

Лилиә Левашова. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы бүлеге етәксеһе урынбаҫары
Выборы 2026

Башҡортостан федераль программала тағы ла ҡатнашырға иҫәп тота. Еңеү осрағында, киләһе йыл 15 модулле корпус сафҡа инәсәк. Республика балаларҙы йәйге һауыҡтырыу лагерҙарында 60 корпусҡа ихтыяж бар

Лилиә Мәҡсүтова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ