Рәсәйҙәң яңы биләмәләренән килгән балалар Өфө фән һәм технологиялар университеты нигеҙендә йәйге ялын файҙалы һәм күңелле итеп үткәрә. Быйыл Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан сменала 550 үҫмер ҡыҙ һәм малай ҡатнаша. Улар Башҡортостан менән яҡындан таныша, тәбиғәт ҡосағында ял итә һәм уҡыу йорто мөмкинлектәрен барлай. Университет ятаҡтарында улар өсөн йәшәү һәм туҡланыу өсөн шарттар булдырылған.
Университет сменаһында ҡатнашыусылар бөгөн уҡыу йортоноң тарих һәм дәүләт идараһы институты менән яҡындан танышты. Академик Нияз Мәжитов исемендәге археология музейында булды. Донбасс үҫмерҙәре, Башҡортостан менән ҡыҙыҡһыныуын йәшермәй. Уларҙың ҡайһы берҙәре мәктәпте тамамлағас республика юғары уҡыу йорттарының береһендә белем алырға ла теләй.






