Радий Хәбиров «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы бүлексәһенең хәрби әҙерлек майҙаны менән танышты

Республика Башлығы Һамар өлкәһендә «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы бүлексәһенең хәрби әҙерлек майҙаны менән яҡындан танышты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, хәрби хәрәкәттәр ветерандары башланғысында ул йыл башында булдырылғайны. Радий Хәбиров тантаналы рәүештә яугирҙарға «Башҡортостан» полкының хәрби байрағын тапшырып, ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы башҡарып сығыуҙарын теләне. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Республика Башлығының Һамар өлкәһендә яҡташтарыбыҙ менән осрашыуы тантаналы шарттарҙа үтте. Рәсәй һәм Башҡортостан дәүләт гимндары яңғырағандан һуң, яугирҙарыбыҙ бер тигеҙ сафта үтте. Ошо рәүешле улар хәрби әҙерлектең төплө алып барылыуын ишараланы. Сараның төп өлөшөндә Радий Хәбиров яугирҙарыбыҙға полк командирына «Башҡортостан» мотоуҡсыпары байрағын тапшырҙы. Яҡташтарыбыҙға ҡуйылған мәсьәләләрҙе уңышлы башҡарып сығыуҙарын теләп, Башҡортостан махсус хәрби операция ҡатнашыусыларына һәм уларҙың ғаиләләренә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеләсәген белдерҙе.

Республика башлығы артабан уҡыу һәм атыу полигонында ла булды. Хәрбиҙәр алып барған күнекмәләрҙе ҡарап, ниндәй ҡоралдар менән эш итеүҙәре менән ҡыҙыҡһынды. Инженер-тактик, пилотһыҙ осоу аппараты менән эш итеүҙе махсус хәрби операцияла булып ҡайтҡан тәжрибәле инструкторҙар алып бара. Яҡташтарыбыҙ окоп ҡаҙыу, ағыулы матдәләрҙән, радиактив һәм биологик сараларҙан һаҡланыу буйынса ла хәрби әҙерлек үтә.

Был тәңгәлдә Башҡортостан медицина хеҙмәткәрҙәре ярҙам итә. Баймаҡ районының «Ашығыс ярҙам» хеҙмәтендә эшләгән Илнур мәҫәлән, хәрбиҙәрҙе махсус пункта ҡабул итеп кенә ҡалмай, уҡыу полигонына ла тактик медицина алып барыу өсөн йыш сыға.

Йәмғеһе 43 медицина хеҙмәткәре яугирҙарыбыҙ сәләмәтлеге һағында тора. Бының өсөн урында бар шарттарҙа ҙа тыуҙырылған. Шуға ла хәрбирҙәргә тулы медицина тикшереүен үтеү мөмкинлеге ҡаралған. Бөгөн 1200-ләп яҡташыбыҙ диспансеризация үткән дә инде.

Республика башлығы хәрбиҙәрҙең йәшәү шарттары менән дә танышты. Радий Хәбиров үҙ тәҡдиме буйынса төҙөлгән палаткалар ҡаласығы, яңы душ бүлмәләрен ҡарап сыҡты.

«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының сираттағы көнө концерт программаһы менән тамамланды. Яугирҙарыбыҙ алдында Нефтекама филармонияһы, Ишембай һәм Стәрлетамаҡ районы ижали коллективтары сығыш яһаны.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ