Шишмә районында «Атайсал» проекты сиктәрендә бер юлы ике социаль объект файҙаланыуға тапшырылды

Шишмә районының Пенза ауылында «Атайсал» проекты сиктәрендә бер юлы ике социаль объект файҙаланыуға тапшырылды. Ҡорбан байрамын мосолмандар өр-яңы мәсеттә намаҙ уҡып, православтар яугирҙарҙы ҡурсалаусы Сергей Родонежский ҡорамында ил-еребеҙгә тыныслыҡ теләп ҡаршыланы. БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Пенза ауылында мәсеткә нигеҙ ташы 2021 йылдың авгусында һалынған Изге йортто төҙөтөүгә ошо ауылдан сыҡҡан меценат Рәлиф Вәлитов ҙур сығымдар һалған. Сауаплы эште еренә еткереүҙә уға ауылдаштары, яҡташтары ла ҙур ярҙам күрһәткән.

Ҡорбан байрамында мәсет асыу тантанаһынан һуң бар халыҡ намаҙға баҫты. Был изге йортта яңы тыуған балаларға исем ҡушыласаҡ, яңы тормош башлаған йәштәргә никах уҡыласаҡ. Дингә ылығып йәш быуын тәрбиәле һәм инсафлы булып үҫәсәк.

Пенза ауылы мәсетенә Аҡҡош ауылының исеме бирелгән. Был ауылдан сығыусылар ауылдарҙы эреләтеү дәүерендә күпләп күрше ауыл Пензаға күсеп ултырған.

«Аҡҡош» мәсете манараһын Владимир Шерстобитов махсус проект буйынса ярты йыл дауамында биҙәгән.Мәсеттә биш манара бар. Улар ислам диненең биш бағанаһын аңлата.

Йылға урамындағы ҡорам ай эсендә төҙөлгән. Уның көмбәҙе лә реставратор Владимир Шерстобитовтың ижад емеше.Православтар өсөн ҡорам да меценат Риф Вәлитов сығымдарына төҙөлгән.

45 ҡорамға көмбәҙ, 258 мәсеткә манара ҡораным. Был эште мин бөтә күңелемде биреп башҡарам.

Владимир Шерстобитов, реставтратор

Беҙҙең ауылдан 11 егет махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Беҙ улар имен-һау еңеү менән ҡатһын өсөн ғибәҙәт ҡыласаҡбыҙ.

Екатерина Шенгерева, Пенза ауылында йәшәүсе

Төпкөл ауылдар бөгөн тыуған ере өсөн йәнен бирергә әҙер торған йомарт, изгелекле шәхестәр ярҙамы менән яңыра, икенсе һулыш ала. Пензала йәшәүселәр алдында яҡын киләсәктә Бөйөк Ватан һуғышы яугиҙары исемен мәңгеләштереү бурысы ла тора.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ