Сара бөтә Рәсәй берҙәм бушлай юридик ярҙам көнө сиктәрендә ойошторола. Уға ярашлы республика үҙәктәрендә юристар, адвокаттар, хоҡуҡ һаҡлау органдары, нотариус белгестәре халыҡты ҡабул итә, уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирә. Белгестәр фекеренсә, граждандар тәү сиратта ғаилә мөнәсәбәттәре, ер, торлаҡ мәсьәләләре, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса һорауҙар менән мөржәғәт итә.






