Ат йәнле Рәхмәтуллиндар. Мерәҫ ауылында йәшәүсе Зәбир Рәхмәтуллин бала сағынан йылҡы малы менән дуҫ. Бөгөн ул ғаиләһе менән ҡымыҙ етештереүҙән тыш, ат егеү өсөн кәрәк-яраҡтар яһаусы оҫта ла. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ.Рәхмәтуллиндар һәр саҡ күпләп йылҡы аҫрай,малайҙар ат өҫтөндә үҫә. Зәбир Закир улын атаһы үҙе белгән барлыҡ һөнәрҙәргә өйрәтеп ҡалдыра. Бөгөн ул ат егеү өсөн кәрәк яраҡтар тегеү, үреү менән шөғөлләнә. Бынан тыш, аттарҙы ла дағалай ҙа.
Зәбир Рәхмәтуллин ат кәрәк-яраҡтарын заказға ла эшләй, бының өсөн ул махсус теген машинаһы һатып ала.Уҙған йыл «Башҡорт аты» фестивалендә халыҡ иғтибарына үҙенең ҡул эштәрен тәҡдим итә. Үҙе кеүек был боронғо кәсеп оҫталары менән таныша, тәжрибә уртаҡлаша.
Зәбир Рәхмәтуллинды ауылдаштары йәш тайҙарҙы өйрәтеү өсөн дә саҡыра.Һыбай оҫта йөрөгән ир -уҙаман райондың Ылаҡ уйыны командаһы һаҡсыһы булып тора.Милли уйынға әҙерлек өсөн урамында махсус ҡоролма эшләп ҡуя, кәзә урынына - гирь.
Төп шөғөлдәре йылҡысылыҡ булған Рәхмәтуллиндар бөгөн бейәләр һауып урындағылар өсөн ҡымыҙ етештерә.Улы Вәлиулла, атаһы менән Ылаҡ уйындарында ҡатнаша,тайҙар өйрәтә. Быйыл үтәсәк «Башҡорт аты» фестиваленән дә улар ситтә ҡалмаясаҡ.






