Өфөнөң Дим районында «Башҡорт ихатаһы» файҙаланыуға тапшырылды

«Башҡорт ихаталары» республика проекты буйынса файҙаланыуға тапшырылған тәүге объект баш ҡаланың Дим биҫтәһендә урынлашҡан. Төҙөкләндереүҙән һуң, ихатала матур ғына түгел, хәүефһеҙ ҙә. Ремонт эше республиканың төрлө район-ҡалаларында ҡайнай. Өр-яңы ихаталарҙы ҡасанға көтөргә? БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина белә.

Йортта йәшәүселәр урамда балаларҙың сыр-сыу килгәне күптән ишетелгәне юҡ, ине ти. Бигерәк тә өләсәйҙәр ейәндәренең гаджеттарҙан арыныуына шатланып бөтә алмай. Сөнки Ухтомсий урамындағы был ихатала ошоғаса ял өсөн шарттар булмаған. Бынан һуң, ихатаны өр-яңы бәүелсәктәр, балалар майҙансығы, эскәмйәләр биҙәй. Уңайлыҡтар республика программаһы сиктәрендә барлыҡҡа килгән.

Төҙөкләндерелгән ихатала балалар өсөн генә түгел, өлкәндәр өсөн дә майҙансыҡтар бар. Һәр кис был майҙансыҡты спорт һөйөүселәр үҙ итә. Һаулыҡты нығытыу өсөн залдарға абонемент һатып алаһы ла түгел. Саф һауала теләгән һәр кем заманса ҡоролмаларҙа мускулдарын нығыта ала.

Яңыртылған ихата сағыу һәм иң мөһиме - хәүефһеҙ. Халыҡ уңайлығы өсөн бында фонарҙар һәм видеокүҙәтеү камералары ҡуйылған. Йорттоң беренсе ҡаты буятылған, һүрәттәр менән биҙәлгән. Ә төҙөкләндерелгән йорт аркаһы бынан һуң йорттоң айырым биҙәге һанала.

Дим биҫтәһе Ухтомский урамындағы йорттағы ихата программа сиктәрендә республикала иң беренсе файҙаланыуға тапшырылған. Йәмғеһе төбәктә август аҙағына тиклем 206 ихата тәртипкә килтерелергә тейеш. Бөтә эштәр ҙә дәүләт бюджетынан финанслана, быйыл был маҡсатта бер миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Сумма йылдан-йыл арта.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ