Өфөлә ҡотҡарыусылар пляждар буйлап рейдтар үткәрә

Ҡотҡарыусылар эшенең көсөргәнешлеге тура термометр бағанаһына бәйле. Ул ни тиклем күтәрелгән һайын һыу буйҙарында дежур иткән ҡотҡарыусыларға эш өҫтәлә генә. Уны ял итеүселәр өҫтәй. Йылға буйына төшөүсе ҡайһы берәүҙәр үҙенең саманан тыш «ял» итергә яратыуы арҡаһында. Диңгеҙ тубыҡтан булып йөрөүселәргә сираттағы рейдҡа БЮТ хәбәрселәре лә ҡушылды.

Яр буйындағы ханым әллә оялышынан, әллә ҡотҡарыусыларҙан ҡурҡыпмылыр башын кейеме менән ҡаплап маташа. Күрәһең кешелек сифаттары аҙ ғына булһа ла һаҡланып ҡалған. Ә бына уның иптәше тураһында бындай фекер йөрөтөп булмай. Һыраны ул асыҡтан-асыҡ йәмәғәт урынында һемерә. Ундайҙарға диңгеҙ ысын мәғәнәһендә тубыҡтан.

Ярай ҙа был пар ҡотҡарыусылар ҡарауында. Ә бит күптәр рәсми пляждарҙан ситкә китеп, ҡырағайҙарса кәйеф-сафа ҡорорға ярата. Ундайҙар менән хәл киҫкен. Ҡотҡарыусыларҙың ваҡиға урынына килеп өлгөрмәүе, һөҙөмтәлә ялдың күңелһеҙ тамамланыуы ихтимал. Затон биҫтәһенең «Водник» пляжы янында мәҫәлән ике көн элек кенә 21 йәшлек егет менән шундай хәл теркәлгән. Ярай ҙа эргәлә генә рәсми пляжда дежурҙа булған ҡотҡарыусылар килеп өлгөрөп егетте үлемдән ҡотҡарған.

Ике йөҙ метр алыҫлыҡта рөхсәт ителгән, тулыһынса йыһазландырылған пляж була тороп, күрәләтә ярамаған урында һыу инеүселәр аптырата, ти ҡотҡарыусылар. Ә һорашһаң барыһы ла ҡояшта ҡыҙынырға ғына һыу буйына төшкән булып сыға. Шуға күрә ҡотҡарыусыларға иҫкәртеүҙән башҡа бер ни ҡалмай.

Йыл башынан алып Башҡортостандың һыу ятҡылыҡтарында 65 һыуға батыу осрағы теркәлгән. 59 кешенең ғүмере өҙөлгән. Шул иҫәптән алтыһы бала. Ҡотҡарыусылар эҫе көндәрҙә ата-әсәләрҙе уяу, ә ял итеүселәрҙе аңлы булырға саҡыра.

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ