Сит ил эксперттары «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашырға ниәтләй

Әле Ҡаҙағстан, Төркиә, Әзербайжан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре вәкилдәре сараға килергә теләк белдергән.

Был турала «Башҡорт аты» фестивален ойоштороу комитетының сираттағы ултырышында белдерелде. Сара 11-13 августа Баймаҡ районында уҙа. Командалар «Ылаҡ», «Тай-тулаҡ», һыбай уҡтан атыу һәм башҡа милли уйындарҙа көслөләрҙе асыҡлаясаҡ. Ә традицион ат парадында 350 һыбайлы ҡатнашыуы көтөлә.

«Башҡорт аты» фестивале ҡунаҡтары өсөн «Оҫталар ҡалаһы» кәсепселәр зонаһы, Ҡымыҙ фестивале, милли аш-һыуҙар зонаһы ойошторола. Шулай уҡ «Башҡортостан продукттары» проектының дипломанттары үҙенең сауҙа майҙанын тәҡдим итергә ниәтләй. Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме буйынса фестиваль программаһына «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» һәм «Мәктәп туризмы» турҙары индерелгән. Алдан күҙалланыуынса, фестивалгә ошо проект буйынса меңдән ашыу өлкәндәр һәм балалар килер тип көтөлә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ