Өфөгә «Курчатов институты» ғилми-тикшеренеү үҙәге Президенты Михаил Ковальчук килде

Ул Өфө дәүләт нефть техник университетында лекция менән сығыш яһаны. «Хәҙерге донъяла фән һәм технологиялар» темаһына арналған осрашыуҙа ғалим илебеҙ алдында торған төп талаптарға туҡталды.

Рәсәйҙә фән үҫешенә байҡау яһаны. Был йәһәттән илбеҙ донъяла иң алдынғы дәүләт. Советтар Союзы осоронда бай багаж тупланды. Туҡһанынсы йылдарҙа көнбайыштың йоғонтоһона бирелеп, ғилемгә иғтибар кәмеһә лә, һуңғы осорҙа фән йәнә дәүләттең иғтибар үҙәгендә тип белдерҙе «Курчатов институты» Президенты. Рәсәйҙә «Өҫтөнлөк» программаһы ҡабул ителгән. Фән һәм технологиялар хәҙер тап шул документ нигеҙендә үҫешә.

Дәүләт ғилми эшмәкәрлекте үҙ мәнфәғәтенән сығып төҙөлгән стратегия нигеҙендә үҫтерә. Ғалим фекеренсә, фән һәм технологиялар тәү сиратта глобаль талаптарға яуап бирергә, илдәгә эске ихтияжды тәьмин итергә бурыслы. Михаил Ковальчуктың лекцияһы өс сәғәт дауам итте. Осрашыу барышында уға Өфө дәүләт нефть техник университетының почетлы профессоры исеме бирелде. Осрашыуҙа Федерация Советы комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова һәм «Бәхет биләмәһе» хәйриә фонды попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова ҡатнашты.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ