Башҡортостанда баҡсасылар үҙ продукцияһын һата алған урындар һаны бер ярым тапҡырға артҡан

Уҙған йыл башында улар 2 мең самаһы ине, хәҙер-3,6 меңдән ашыу. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы. Ыңғай күренеш артабан да дауам итәсәк. Бындай майҙансыҡтар республикабыҙҙың һәр ҡалаһында һәм районында бар, һәм улар ҙурая барырға тейеш. Һәм, әлбиттә, улар бушлай булыуы шарт. Был пенсионерҙарыбыҙ өсөн өҫтәмә йәшәү сығанығы, икенсе яҡтан - башҡалар өсөн яңы йәшелсә һәм емеш-еләк һатып алыу өсөн яҡшы мөмкинлек.

Муниципалитет башлыҡтарынан был майҙансыҡтарҙа шәхси участкаларҙа үҫтерелгән продукцияны ғына һатыуҙы күҙәтеүҙәрен һорайым. Был өҫтәмә баҙарҙар түгел, ә баҡсасыларыбыҙға ярҙам, тип яҙған Башҡортостан башлығы

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ