Бөрө һәм Волковысский райондары араһында хеҙмәттәшлек килешеүе төҙөлдө

Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең 10-сы форумы сиктәрендә Бөрө һәм Волковысский райондары араһында хеҙмәттәшлек килешеүе төҙөлдө. Уға ярашлы ике төбәктә туризм йүнәлешендә уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу маҡсаты билдәләнде.

Волковысский районы башҡарма комитеты рәйесе Михаил Ситько Бөрөнөң иҫтәлекле урындары менән танышты.Тарих музейы, Миа Терра глэмпингы һәм башҡа объекттар балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ял программалары ойоштороу майҙансыҡтары буласаҡ тип килешенде. Осрашыуҙа туғандаш Белорусь республикаһы менән тура авиарейстар һанын арттырыу, яңы йүнәлештәрҙә уртаҡ эш алып һорауҙары ла ҡаралды.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ